Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2021, 14:57

Яңы рекорд теркәлде

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр буйынса яңы рекорд ҡуйылған.

Яңы рекорд теркәлде
Яңы рекорд теркәлде

Оперштабтың 29 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 391 сир йоҡтороу осрағы асыҡланған. Ауырыуҙар барлығы 66 459 кешегә еткән.

Бер тәүлектә коронавирустан 19 үлем осрағы теркәлгән. Мәрхүмдәр  — 1 594 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр — 1 320 кеше.

Әле 733 кеше стационарҙа дауалана, араларында 60 йәше тулған 436 пациент бар. Уларҙың 34-е — ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

6 310 сирле өйҙә дауалана, 60 йәштән өлкәндәр— 3 812 пациент.

Бер тәүлектә — 509, йәмғеһе 57 822 кеше һауығып сыҡҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: