+8 °С
Болотло
«Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе ниндәй тойғолар кисереүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәҙер ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеү мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Һуңғараҡ муниципалитет башлыҡтарының мәрхүмдәрҙең ғаиләләре янына юлланыуы билдәле булды. Улар менән психологтар эшләй. Шулай уҡ бер ҡыҙҙың әсәһе менән Сибай ҡалаһында йәшәгәне билдәле булды. Хәҙер ҡала властары уның менән бәйләнешкә сығырға тырыша.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында 17 йәшлек Айгизә У., 18 йәшлек Әҙилә Кәримованың һәм 19 йәшлек Зөлфиә Саникинаның мәйеттәре табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Полицейскийҙар енәйәтсене эҙләй, урында тәфтишселәр һәм криминалистар эшләй. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.