Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2021, 13:12

Талаптар тейешле кимәлдә үтәлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, сикләүҙәрҙең үтәлеше буйынса ҡаланың ҙур сауҙа үҙәктәре һәм комплекстарында рейдтар үтә.

Талаптар тейешле кимәлдә үтәлә
Талаптар тейешле кимәлдә үтәлә

12 октябрҙән музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-спорт комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған белешмә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.

Ҡалабыҙҙың “Фаворит”, “Фаворит.Ка”, “Четвертое измерение” сауҙа селтәрҙәре пандемия башланғандан алып, бар талаптарҙы ла үтәп һатып алыусыларын хеҙмәтләндерә. Сауҙа үҙәктәренә инеү менән термометрия үлсәнә, антисептик һиптерелә.

Сауҙа селтәре етәксеһе Данис Йыһаншин әйтеүенсә, бында бар талаптар ҙа тейешенсә үтәлә. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: