Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 15:04

Өфө спиртынан суррогат араҡы

Ырымбурҙа һуңғы көндәрҙә, суррогат араҡы эсеп, 34 кеше һәләк булды.

Өфө спиртынан суррогат араҡы
Өфө спиртынан суррогат араҡы

Рәсәй эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, Орск ҡалаһында етештерелгән ағыулы эсемлек өсөн «ингибитр технический» атамаһы менән билдәле техник спиртты енәйәтселәр Өфөнән һатып алған. Ойошма спиртлы шыйыҡсалар һатыу менән рәсми шөғөлләнә, тип әйтелә белдереүҙә.

Күрше өлкәлә суррогаттан барлығы 67 кеше зыян күргән, шуларҙың 24-е дауаханала ята.

Законһыҙ спиртлы эсемлек етештереүҙә ғәйепләнеп 15 кеше ҡулға алынған.

Фото: oren.mk.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: