Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2021, 10:15

Өфөлә шахмат турниры бара

Өфөлә ир-егеттәр араһында шахмат буйынса 74-се Рәсәй чемпионаты һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 71-се Рәсәй чемпионаты үтә. Турнир 8 октябрҙән 21 октябргә тиклем бара. 

Өфөлә шахмат турниры бара
Өфөлә шахмат турниры бара

Интеллектуаль уйындар клубы директоры Әмир Дукаев, Башҡортостан шахмат уйынын үҫтереүселәр араһында лидерҙарҙың береһе, тип бидәләне. Был йәһәттән республикалағы «Аҡ ладья»,  «Ҡанатлан»  программаһы булышлыҡ итә.

Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың  шәфҡәтлелек фонды шахмат уйынын үткәреүгә тап Өфө ҡалаһына өҫтөнлөк бирҙе. Быға республикала шахматтың ҙур үҫеш алыуы булышлыҡ итте. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы ярҙамында республиканың йәш спортсылары бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһаны һәм Европа, донъя чемпионаттарында лайыҡлы көрәште.

Тап Өфөлә Рәсәй чемпионатының суперфиналдарын үткәреү ҡарары Спорт һәм Мәғариф министрлыҡтарының  республикала шахматты үҫтереү буйынса эшенең уңышлы барыуын дәлилләй.

Суперфиналдарҙы «Шахматтар – музейҙарҙа» тигән программа сиктәрендә ойоштороу, уларҙы  үткәреү шарттарының береһе ине. Өфө М.В. Нестеров исемендәге художество музейының уникаль майҙансығын тәҡдим итте.  Бүләкләү фонды 11 млн. һум тәшкил итә.

Гроссмейстерҙар йәш шахматсыларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәктәр.

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: