Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 13:31

QR-кодтар менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ

Бынан ары республикала вакциналау тураһында сертификат йәки коронавирус менән ауырыу тураһында белешмә менән сауҙа үҙәге, бөҙрәхана, массаж салоны, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фитнес-клубы, бассейн кеүек урындарға ингәндә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ. 

QR-кодтар менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ
QR-кодтар менән бергә паспорт та күрһәтергә кәрәк буласаҡ

Быны «Подслушано в Башкирии» тelegram-каналы яҙған һәм тейешле документ әҙерләнеп, Республика йортона ҡултамға ҡуйырға бирелгән тип хәбәр итә.    

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, кисә, 18 октябрҙә Башҡортостанда COVID-19 арҡаһында сикләүҙәрҙең өсөнсө этабы ғәмәлгә инде.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: