-3 °С
Болотло
Синоптиктар күҙаллауынса, уға аҙна уртаһына һалҡын һауа массаһы йоғонто яһаясаҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ көтөлә. Айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа температураһы 21 октябргә ҡарата -2-7 градусҡаса түбәнәйәсәк, урыны менән +2 буласаҡ, көндөҙ иһә 0...+5 градус торасаҡ.
Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсәсәк. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.