-6 °С
Болотло
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 20 октябргә ҡарата яңы коронавируслы инфекция йоҡтороусылар һаны 78 805-кә тиклем артҡан, шуларҙың 668-е һуңғы тәүлектә асыҡланған. Дауханаларҙа медиктар күҙәтеүе аҫтында 1 033 кеше ҡала, уларҙың 652-е – 60 йәштән өлкәндәр. 58 пациент ауыр хәлдә тип баһалана, ИВЛ аппараты ярҙамына 14 ауырыу мохтаж. Өйҙә 7 321 кеше өйҙә дауалана, шул иҫәпкә 60+ категорияһынан 5 241 кеше ингән.
68 219 кеше һауығып сыҡҡан, шуларҙың 648-е һуңғы тәүлеккә тура килә.
COVID-19-ҙан 37 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башынан республиканың 2 232 кешеһе коронавирус ҡорбаны булған.