Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 17:04

Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирегеҙ!

«Халыҡ тауыш биреүе» этабында ҡатнашыу өсөн бренд 1 меңдән күберәк тауыш йыйырға тейеш. Конкурста бөтәһе 15 бренд ҡатнаша.

Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирегеҙ!
Башҡортостан брендтары өсөн тауыш бирегеҙ!

Улар – «Башҡорт өсмөйөшө», «Башҡорт талҡаны», «Башҡортостандан шоколад», «Башҡорт соусы», «Башҡортостандан ҡаҡланған дөйәғош ите», «Башҡорт ҡымыҙы», «Башҡорт алкоголһеҙ балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Федоровка ҡаҙы», «Башҡорт сыры», «Башҡорт сей килеш ҡаҡланған ҡаҙыһы», «Башҡорт ҡорото», «Башҡорт баллы сыры», «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуы» һәм «Башҡорт балы» (былтырғы миҙгелдә «Бөтә илгә» номинацияһында бронза еңеүсе).

Әлеге ваҡытта өсмөйөш 800-гә яҡын тауыш йыйған, артабан бал, ҡаҙ килә.

«Татыу республикабыҙҙан ярҙам көтәбеҙ. Тауыш биреү 7 ноябргә тиклем бара», – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Һәр төбәк вәкиле яратҡан өс ризығы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн конкурстың сайтына инеп, исемлектән төбәкте һәм брендтың исемен һайларға кәрәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: