Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 17:11

Завод бүләктәр отторҙо

Республикабыҙҙың ҡайһы бер ҡала-райондарында коронавирустан вакцина эшләтеүселәр араһында төрлө приздар уйнатыла. “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә бер район “Вакцина эшләт тә бесән ал!” дәртләндереү акцияһын үткәргән, өфөләр «Вакцина эшләт тә - фатир от!» акцияһында ҡатнашып, бәхетлеләр фатирлы, смартфонлы, 100 мең һум отоусылар ҙа булды.

Завод  бүләктәр отторҙо
Завод бүләктәр отторҙо

Урал пружина заводы ла вакцина эшләткән хеҙмәткәрҙәре араһында аҡсалата сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр отторҙо.

100 мең һумлыҡ сертификатҡа маляр Лариса Васильцова лайыҡ булды. 50 мең һумды - метролог Ольга Ғабдрахимова, 30 мең һумды – эшсе Вәсил Мырҙабаев отто. Смартфон эйәһе - Радик Ғәйфуллин, смарт-сәғәт Валерий Жариковта, ә биштәк һәм футболка Георгий Тепловҡа тәтене.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: