Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2021, 12:32

"Алтын һарай"ға лайыҡлы баһа

Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында AMEN анимация фильмдарының халыҡ-ара фестивале үтте.

"Алтын һарай"ға лайыҡлы баһа
"Алтын һарай"ға лайыҡлы баһа

Халыҡ-ара фестивалдең статуэткаһына һәм иң яҡшы режиссер эше өсөн махсус дипломға башҡорт мультипликаторы Рим Шәрәфетдиновтың "Алтын һарай" йәнһүрәте лайыҡ булды.

Фестивалгә төрлө илдәрҙән 57 анимация фильмы ебәрелә. 49 проект һайлап алыу конкурсынан уңышлы үтә.

"Алтын һарай" Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлгән. Йөкмәткеһе нигеҙендә кәләш эҙләп ил ҡыҙырырға сығып киткән батыр тарихы ята. Йәнһүрәт геройҙарын Ҡурсаҡ театры актерҙары "һөйләштерә", шулай уҡ бер герой Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов тауышы менән дә аралаша. Анимацияның премьераһы быйыл мартта булғайны.

Рим Шәрәфетдинов – билдәле башҡорт һәм Рәсәй мультипликаторы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. "Башҡортостан" киностудияһында инде өс тиҫтә йылдан ашыу ижад итә.

Әйткәндәй, http://kinorb.ru/category/proekty/ һылтанмаһы аша инеп, "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән нәфис һәм анимация фильмдарын бушлай ҡарарға мөмкин.

Ялдарығыҙҙы бергәләп, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрегеҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: