Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2021, 11:32

Йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты

«БашРТС» йәмғиәте октябрь йомғаҡтары буйынса йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн иҫәпләүҙе тамамланы. Хәҙер ҡулланыусыларға квитанциялар таратыла башланы.

Йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты
Йылылыҡ өсөн хаҡ бер аҙ артты

«Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, дөйөм йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборы булған йорттарҙа түләү хаҡы бер аҙ артты. Был 2021 йылдың октябрендә тыштағы һауа температураһының түбәнерәк булыуына бәйле, – тип белдерҙеләр «БашРТС»-та. – Иҫәпләгес булмаған йорттарҙа иһә норматив айлыҡ иҫәпләүҙәр йылытыу осоронда йәғни алдағы һигеҙ айҙа бер үк була».

Йылытыу өсөн түләүгә ниндәй факторҙарҙың йоғонто яһауын бында белергә мөмкин.

Фото: wolfbuderus.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: