Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь , 17:21

"БашҡортСофт"ты һынап ҡарағыҙ!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Bashkortsoft проектын башлап ебәрҙе. Ул тотош һөйләмдәрҙе башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәләй.

"БашҡортСофт"ты һынап ҡарағыҙ!

Проект танылған алып барыусы Наил Юнысовтың тауышы менән һөйләй. Башҡорт-рус һәм рус-башҡорт тәржемәсеһе —  https://bashkortsoft.ru/ веб-сервисында.
«Проект башҡорт телендәге текстар, тәржемәләр менән эшләгәндәрҙең барыһы өсөн лә файҙалы. Онлайн-тәржемәсе ҙур текстарҙы тәржемәләй, һүҙлек, тәржемәне тауышландырыу бүлеге бар. Руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға онлайн-тәржемәселәр булмағас, әҙерләй башланыҡ. Хәҙерге ваҡытта онлайн-тәржемәсе һынау режимында эшләй, асыҡланған хаталарҙы төҙәтәбеҙ. Әлегә тәржемәсенең сифаты яҡынса 70 процент тәшкил итә. Параллель текстар ни тиклем күберәк, тәржемәсе лә сифатлыраҡ була», — тине фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге бер төрлө материалдарҙы йыйып эшкәртеү дауам итә. Йәмғеһе 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртелгән. 
«Наил Юнысов тауышы менән башҡорт телендәге теләһә ниндәй тексты яңғыратырға һәләтле компьютер программаһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булышлығында булдырылды. Синтезаторҙы bashkortsoft.ru рус-башҡорт тәржемәсеһе сайтында һынап ҡарарға мөмкин. Сайтҡа инеүселәрҙең текстың башҡорт телендәге тәржемәһе нисек яңғырауын тыңлау мөмкинлеге бар», — ти сайтты төҙөүселәрҙең береһе Айҙар Хөсәйенов.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды был проектты тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышана.

Автор:Эльвира Хамзина