Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2021, 12:59

Ҙур гипермаркеттарға QR-код менән генә

10 ноябрҙән Башҡортостанда яңы сикләү ғәмәлгә индерелә. 

Ҙур гипермаркеттарға QR-код менән генә
Ҙур гипермаркеттарға QR-код менән генә

Майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыуыраҡ гипермаркеттарға һәм башҡа сауҙа биналарына вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә сирҙе үткәреү йәки прививка эшләтергә ярамауы хаҡында белешмә (ПЦР-тест менән бергә) менән генә инергә рөхсәт ителә. Башҡортостан Башлығы Радий хәбиров рәйеслегендәге республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Яңы сикләү индереү тураһында идеяны ҡала мэрҙары һәм муниципалитет етәкселәре тәҡдим итте. Ошондай сауҙа биналарында көнөнә меңләгән кеше килә, тип билдәләне улар. Әммә, сауҙа үҙәктәрендәге кеүек үк, һатып алыусыларҙа тейешле документтарҙың булыуы тураһында талап уларға ҡағылмай. Яҡын арала юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерелергә тейеш.

Ултырышта хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, республиканың система барлыҡҡа килтергән предприятиеларында эшселәрҙең 80% прививка яһатҡан. Беренсе урында — сәнәғәт компаниялары һәм ауыл хужалығы ойошмалары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 декабрҙән эш биреүселәр прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эшкә индермәү хоҡуғына эйә була (вакцина яһатырға ярамауы хаҡында белешмәһе булмаһа).

Радий Хәбиров Өфө халҡының үтенесе буйынса өҫтәмә вакцинация пункттарын асыу тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Фото: promvesti-vrn.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: