Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2021, 16:17

Коронавирус йоҡторғандарҙың һаны 93,5 меңдән ашҡан

11 ноябргә иртәнге сәғәт 11-гә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 93 544 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә 680 сирле өҫтәлгән.

Коронавирус йоҡторғандарҙың һаны 93,5 меңдән ашҡан
Коронавирус йоҡторғандарҙың һаны 93,5 меңдән ашҡан

Вафат булыусылар һаны 32-гә артҡан. Хәҙер улар – 2 941.

82 502 кеше һауыҡҡан, 665-е – һуңғы тәүлектә.

Бөгөнгә 1 775 836 кеше вакцинаның беренсе компонентын; 1 463 404 -е икенсе компонентын алған.

Фото: eva.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: