«Ҙур ҡыуаныс менән хәбәр итәм: Будапешта 50-се Генераль Ассамблеяла 2024 йылда Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Башҡортостанда Беренсе Бөтә Донъя балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл республикала уҙғарылған фольклориада иң сағыуҙарының береһе тип танылды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, VI Бөтә донъя фольклориадаһын асҡан көндәрҙә CIOFF Президенты Филипп Боссан менән ошо идея тикшерелде. Ул саҡта Боссан әфәнде Совет Бөтә донъя балалар фольклориадаһын уҙғарыу буйынса халыҡ-ара положение әҙерләүе хаҡында әйткәйне.
«CIOFF Генераль Ассамблеяһына беҙҙең тәҡдимде хуплағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы. — Халыҡ-ара балалар форумы республика халҡына һәм тәү сиратта балаларға Өфөнөң 450 йыллығына ла күркәм бүләк булыр. Ә беҙ ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар республикабыҙҙа үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ».