Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2021, 10:14

Мотлаҡ прививка яһау индерелде

Башҡортостанда төҙөлөш, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларында мотлаҡ прививка яһау индерелде. 

Мотлаҡ прививка яһау индерелде
Мотлаҡ прививка яһау индерелде

Бындай ҡарарға республиканың Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Галина Пермина ҡул ҡуйҙы.

Документта һуңғы биш аҙнала республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең 18-29 йәшлектәрҙә — 10,5%, 30-49 йәшлектәрҙә —18,8%, 50 йәштән 64 йәшкә тиклемгеләрҙә 19,1% артыуы билдәләнә.

Юғарыла әйтеп үтелгән предприятиеларҙың етәкселәренә коронавирусҡа ҡаршы иммунизацияны ойоштороу һәм ағымдағы йылдың 30 декабренә тиклем мотлаҡ вакцинацияны тамамлау бурысы йөкмәтелде.

Фото: molva33.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: