+18 °С
Ясна
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 12 ноябргә республикала 94 221 сирле теркәлгән, тәүлек эсендә – 677.
801 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 500 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың 100-ө – ауыр хәлдә, 8-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
7 268 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 5 991 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана.
Бер тәүлектә – 675, йәмғеһе 83 177 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 133 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, 145 пациент сирҙе еңгән.