Бөгөнгә беренсе компонент менән 1 802 157 кеше (дөйөм халыҡтың 72,5 проценты), өлкән йәштәгеләрҙең 58 проценты вакцинацияланған. 1 501 542 граждан, йәғни дөйөм халыҡтың 60,4 проценты, ололарҙың 48,4 проценты прививканың ике компонентын да яһатҡан.
Әлегә ҡәҙәр төбәккә 2 287 508 доза вакцина килтерелгән.
“Планға алынған 80 процент халыҡтың 60 проценттан ашыуы прививка эшләтте. Көнөнә ун мең тирәһе кеше вакцина яһата. Күрһәткестәр яҡшы, әммә, дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн был аҙ, йыл аҙағына тиклем уны 80 процентҡа еткереү зарур, бының өсөн тәүлегенә 15 мең кешене прививкаларға кәрәк. Республиканың һәр гражданы хәлде аңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итер тип ышанам”, - тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.