Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2021, 15:23

Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу тергеҙелә

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөндән өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙы тергеҙеүгә әҙерлек тураһында белдерҙе.

Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу тергеҙелә
Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу тергеҙелә

Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа COVID-19 буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙы рөхсәт итеүҙе һораны.

«Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарарға кәрәк, беҙҙә үлем осраҡтары ла юғары кимәлдә ине», — тип яуапланы республика етәксеһе һәм тиҙ арала диспансерлаштырыуҙы башларға ҡушты.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта, объектив күрһәткестәр буйынса, коронавирус менән сирләүселәр артмай, ковидтан үлем осраҡтары аҙайҙы, койка фондына ла йөкләмә кәмей.

Атап әйткәндә, йоғошло сирҙәр койкалары ике меңгә кәмегән. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Өфөнөң 5-се дауаханаһы, Һуғыш ветерандары госпитале, Баймаҡ, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында инфекция госпиталдәре яҡын арала ғәҙәттәгесә эшләй башлай.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә Башҡортостанда 5 739 урын әҙерләнгән, шуларҙың 27% буш.

Пандемия башланғандан алып республикала 96 мең коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 676 осраҡ. 7 211 кеше – өйөндә, 788 сирле станционарҙа дауалана.

15 ноябрь иртәһенә Башҡортостанда 1 миллион 812 мең кеше прививканың беренсе компонентын алған, ә 1 миллион 513 мең кеше вакцинанцияны тулыһынса тамамлаған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: