Бер нисә сәғәттән 13 кеше, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ «алкоголь менән ағыуланыу» диагнозы менән дауаханаға оҙатылған. Барыһының да ҡанында метанол табылған.
20 йәшлек Анастасия П. комала. Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш токсикологы Әлиә Нәсибуллина хәбәр итеүенсә, уны шишәмбе таңғы 6 тула 20 минутта дауаханаға килтергәндәр. Әлеге осраҡта табиптар бер ниндәй ҙә фараз бирергә ҡыймай.
«Мэш» ТГ-каналы мәғлүмәттәре буйынса, студенттар быға тиклем дә бутлегер Ринат Ханнановтан иҫерткес эсемлектәр һатып алған. Александр П.-ның тыуған көнөн билдәләр алдынан улар һатыусы менән «Йәшлек» метроһы янында осрашҡан, Ҡазан янындағы Салмачы биҫтәһендә коттеджды ҡуртымға алған. Магазинда джин һатып алып, кәйеф-сафа ҡормаҡсы булған. Табынға 1999-2003 йылғы 19 кеше йыйылған.
Дуҫтары әйтеүенсә, төндә Настяның хәле насарайған. Уның күңеле болғанған, ҡулы ауыртҡан, һөйләшә алмаған. Ҡыҙҙың бер бөйөрө булмауы сәбәпле, организм шундай реакция менән яуап биргән, тип уйлай уның таныштары.
Татарстандың Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.