Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2021, 10:56

Мотлаҡ вакцина барыбыҙға ла ҡағыла

Мотлаҡ вакцинация республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла тиерлек ҡағыла.

Мотлаҡ вакцина барыбыҙға ла ҡағыла
Мотлаҡ вакцина барыбыҙға ла ҡағыла

Мотлаҡ вакцинация республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла тиерлек ҡағыла. Был турала Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге һәм БСТ телеканалы менән берлектәге брифингта Роспотребнадзор идаралығының бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Шакирова белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда мотлаҡ вакцинация тураһында ҡарар сығарылған, уға ярашлы 2021 йылдың 18 декабренән бөтә эш биреүселәр QR-коды йәки коронавирусты үткәреү хаҡында белешмәһе булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләтергә тейеш. Хеҙмәткәрҙәрҙең 20% прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмәһе булыуы, уҡырға, командировкаға ебәрелгән һәм декретта ултырған хеҙмәткәрҙәр тәшкил итеүе мөмкин.

Документтан күренеүенсә, медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү, транспорт, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе, күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре, Өфө аэропортында ил сиге аша үткәреү пункттарында эшләгәндәр, хәрбиҙәр, хеҙмәт һәм көнкүреш хеҙмәте өлкәһе, финанс ойошмаларының, почта элемтәһенең клиент бүлексәләре вәкилдәре мотлаҡ вакцина һалдырырға бурыслы.

11 ноябрҙән сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт өлкәһе эшселәре, шул иҫәптән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә ошо исемлеккә индерелде.

Фото: ustlabcrb.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: