Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 20:52

Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Республика Башлығы Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында карантин индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.Сәбәбе  - был төбәктә һыйыр малында йоғошло төйөнлө дерматит сире табылған.

Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Документта 25 ноябрҙән алып айырым ҡарарға тиклем Беренсе Төркмән ауылы, Мөҙәрис Кәримовтың, Илдар Тулыбаевтың һөт-тауар фермалары сир усаҡтары тип әйтелгән.

Хәүеф янаған зонаға Икенсе Төркмән, Әхмәр, Абҙаҡ, Беренсе һәм Икенсе Моҡас, Назар, Казанка, Төйәләҫ ауылдары ингән.

Әйтелгән и биләмәләрҙә сирле һәм диагноз буйынса шикле малдар янына ветеринар хеҙмәте белгестәренән тыш сит кешеләргә инергә ярамай. Шулай уҡ һыйыр малын, бесән-һаламды, ауырыу һыйырҙарҙан һөт һәм унан әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы индереү-сығарыу тыйылған, ауырыу малдарҙы һауҙарынан айырым тоторға һәм һуйырға ҡушылған. 

Төбәк етәксеһе указы буйынса бөтә биләмәләргә дезинфекция үткәрергә тиелгән.

Фото: steinart.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: