Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 20:32

Яңы йыл сараларын ойоштороу тәртибе билдәле булды

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Яңы йыл сараларын ойоштороу тәртибе билдәле булды
Яңы йыл сараларын ойоштороу тәртибе билдәле булды

Андрей Назаров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына COVID-19-ға тест яһау күләмен арттырырға һәм прививка кампанияһы темпын үҫтерергә ҡушты.

«Вакцинациянан башҡа юлыбыҙ юҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. – Яңы йылды яҡындарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән ҡаршы алырға теләйбеҙ икән, прививка эшләтергә, санитар талаптарҙы үтәргә, йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөргә, һаулыҡты ҡайғыртырға кәрәк».

Төрлө министрлыҡ етәкселәре яңы йыл корпоративтарын, иртәлектәрен һәм спектаклдәрен ойоштороу тәртибе тураһында һөйләне.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында ла санитар талаптарҙың теүәл үтәлеүен белдерҙе.

«50 һәм унан күберәк кешегә иҫәпләнгән урындарға QR-код менән генә индерәләр. Яңы йыл корпоративтарында ла, шулай уҡ декабрҙә ресторан-кафеларҙа хеҙмәтләндергән ваҡытта ла ошондай эш режимы ғәмәлдә була», – тине ведомство етәксеһе.

Балалар баҡсаларындағы яңы йыл иртәлектәренә вакцинация тураһында сертификаты йәки алты ай эсендә сирләү хаҡындағы белешмәһе булған ата-әсәләрҙе саҡырырға рөхсәт ителде, тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.  

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театр коллективтарының яңы йыл спектаклдәрен күрһәтергә әҙерләнеүен әйтте.

«Өлкәндәрҙе концерт залдарына прививка тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә менән индерәбеҙ. Урындар араһында социаль арауыҡ һаҡлана. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау тыйыла», – тине мәҙәниәт министры.

Фото: culture.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: