Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 16:56

Төп килем сығанаҡтары элеккесә ҡала

Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө 2022 йылда - 228 316,4 млн. һум, 2023 йылда - 226 505,2 млн. һум, 2024 йылда - 238 088,7 млн. һум фараз ителә.

Төп килем сығанаҡтары элеккесә ҡала
Төп килем сығанаҡтары элеккесә ҡала

2022-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетының төп килем сығанаҡтары элеккесә ҡаласаҡ:

Ойошмалар табышына һалым 2022 йылда - 33 процент, 2023 йылда - 33,2 процент, 2024 йылда - 34,5 процент тәшкил итә.

Физик шәхестәр табышына һалым 2022 йылда - 28,6 процент, 2023 йылда - 28,3 процент, 2024 йылда - 28,2 процент, акциздар 2022 йылда - 17,9 процент, 2023 йылда - 18,7 процент, 2024 йылда - 18,3 процент булыуы, мөлкәткә һалым 2022 йылда - 9,2 процент, 2023 йылда - 2023 йылда 9 процент, 2024 йылда - 8,7 процент тәшкил итеүе фаразлана.

Дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан табыш 2022 йылда - 6,1 процент, 2023 йылда - 5,8 процент, 2024 йылда - 5,4 процент алыу күҙаллана. Был килем сығанаҡтары  яҡынса бюджеттың 95 процентын тәшкил итә.

Түләүһеҙ керемдәр 2022 йылға 70 855,7 млн. һум, 2023 йылға - 59 126,6 млн. һум, 2024 йылға - 58 388,9 млн. һум билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһының сығым йөкләмәләренең күләме 2022 йылда 243 316,4 млн. һум,  2023 йылда - 226 505,2 миллион һум, 2024 йылда - 238 088,7 миллион һум күләмендә фаразлана.

Өс йыллыҡ бюджеттың сығым структураһында бөтә социаль өҫтөнлөктәр һаҡланған һәм хатта киңәйтелгән. Элеккесә, сығымдарҙың өстән ике өлөшө социаль әһәмиәтле йүнәлештәргә йүнәлтеү планлаштырыла.

Мәҫәлән, мәғарифҡа 2022 йылда сығымдарҙың дөйөм күләменең - 24 проценты, 2023 йылда - 25,9 проценты, 2024 йылда - 24,1 проценты ҡаралған, шуның эсенә 1-4 синыф уҡыусыларын  бушлай ашатыуҙы ойоштороуға киткән сығымдар ҙа инә.

Һаулыҡ һаҡлауға ярашлы рәүештә 20,3 процент, 20 процент, 18,1 процент бүленә, уның шаҡтай өлөшө "Һаулыҡ һаҡлау" һәм "Демография" милли проекттарының ете төбәк өлөшөн тормошҡа ашырыуға, льготалыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, ауыл ерендә медицина өлкәһендә кадрҙар дефициты мәсьәләләрен хәл итеүгә, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә;

социаль сәйәсәткә: 2022 йылда - 18 процент, 2023 йылда - 18,8 процент, 2024 йылда - 17,9 процент бүленә.

Милли иҡтисадҡа 17,3 процент, 17,6 процент, 21,3 процент, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар биреү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаларына ярҙам итеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген киң үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыу ҡарала.

Фото: aerc.org.kz

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: