-12 °С
Болотло
Оперштаб мәғлүмәттәре буйынса, республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны — 105 703 кеше. Бер тәүлектә уларға 665 яңы осраҡ өҫтәлгән.
Стационарҙарҙа 450 кеше, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 297 пациент дауалана. Уларҙың 67-һе ауыр хәлдә, 10-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ята.
7 120 кеше, шул иҫәптән 60-ты уҙған 5 314 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана.
Бер тәүлектә 667 кеше һауыҡҡан. Бөтәһе 94 622 кеше һауығып сыҡҡан.
Тәүлек эсендә 88 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән. Пневмония менән сирләгән 76 пациент һауыҡҡан.
Фото: www.ttelegraf.ru