Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2021, 16:49

"Урал легендаһы" миҙгелен аса

4 декабрҙән “Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө” маршруты буйынса ”Урал легендаһы” ҡала яны поезы йөрөй башлай. 

"Урал легендаһы" миҙгелен аса
"Урал легендаһы" миҙгелен аса

Ул шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Өфө станцияһынан иртәнге 07:08 сәғәттә ҡуҙғала һәм Дим, Өршәк, Асы, Инйәр, Айғыр, Белорет станцияларында туҡталыш яһап, Яңы Абҙаҡҡа 13:07 сәғәткә барып етә. Шул уҡ көндө 14:08 сәғәттә кире Өфөгә ҡуҙғала һәм баш ҡалаға 19:37 сәғәткә килеп етә.

Куйбышев тимер юл һәм Башҡортостан пассажирҙар ташыу компанияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, 12 декабрҙән “Урал легендаһы” ҡала яны поезының үтеү ваҡыты 33 минутҡа ҡыҫҡара. Уға туҡтап тороу ваҡытын кәметеү иҫәбенә өлгәшәсәктәр.

Бынан бер нисә йыл йөрөй башлаған “Урал легендаһы” ҡала яны поезы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана. Унда йөрөү уңайлы һәм хәүефһеҙ тип иҫәпләнә, хаҡтары ла ҡиммәт түгел. Мәҫәлән, биш йәшкә тиклемге балалар өсөн ул бушлай, биш-ете йәшлек балаларға билет хаҡы 171 һум 60 тин тора, студенттарға һәм уҡыусыларға – 343 һум 20 тин, өлкәндәргә - 686 һум 40 тин.

Тау саңғыһы ҡорамалдарын ташыған өсөн хаҡ алынмай. Вагонда барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Поездың билетын күрһәтеп, “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәгенә бушлай барырға һәм кире станцияға килергә мөмкин, тау шыуыу картаһына ла ташламалар ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: