Һауа шарттарының насарайыуы сәбәпле, ҡотҡарыусылар водителдәргә юлдарҙа иҡтибарлы булырға саҡыра. Боҙ менән ҡапланған автоюлда хәрәкәт итеүҙең хәүефле булыуын ике водитель үҙ иңендә татыған да инде.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, Белорет районында, ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында Белорет-Учалы автоюлында бер юлы ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авариялар араһы - 500 метр.
«Hyundai Solaris» автомобиле һәм ГАЗель (3302) йөк машинаһы идаралыҡты юғалтып, юл ситенә ауа. Бәхеткә күрә, водителдәр зыян күрмәй.
Метеорологтар көндәрҙең тотороҡһоҙ булыуын күҙаллай, ҡотҡарыусылар – юл-транспорт шарттарының насарайыуын.