Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 10:45

Прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәр эштән ситләтелә

Һәр кемдең вакцинация тураһында QR-коды йәки коронавирус менән ауырығаны хаҡында белешмәһе булырға тейеш.

Прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәр эштән ситләтелә
Прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәр эштән ситләтелә

Медицина ойошмалары, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе, транспорт һәм транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, Өфө аэропортында ил сиге аша үткәреү пункттары хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр, хеҙмәттәр һәм көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе, финанс ойошмаларының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү, почта бүлексәләре вәкилдәре вакцинаны мотлаҡ эшләтергә тейеш.

11 ноябрҙән был исемлеккә сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте, шул иҫәптән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр инде.

Ҡарар бөтә милек формаһындағы ойошмаларға ла ҡағыла. Вакцина яһатҡан хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм проценты 80 процент кимәлендә булырға тейеш.

18 декабрҙән һуң Роспотребнадзор предприятиеларҙы тикшерә һәм штраф һала башлай.

Башинформ. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: