Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 15:26

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Башҡортостан статистиктары күпселек социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуын теркәгән.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан
Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Башстаттың аҙналыҡ мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, республикала айырыуса кәбеҫтә ҡиммәтләнгән (3,1 процентҡа). Бер килограм кәбеҫтәнең уртаса хаҡы — 39 һум.

Шартлы икенсе урында — арыш ононан һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк. Бер аҙна эсендә ул 2,9 процентҡа артып, килограмы 62 һумға еткән.

Өсөнсө урында иһә туңдырылған балыҡ, ул 2 процентҡа артҡан. Хәҙер уның бер килограмы уртаса 163 һумға төшә.

Республикала хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлек исемлегендә майлы эремсек, йомортҡа, вермишель, ҡарабойҙай, һөт, дөгө, сосиска, сарделька, колбаса, бойҙай икмәге, тары ярмаһы, шәкәр, аҡ май, маргарин, һарыҡ ите, көнбағыш майы, сыр, он, тоҙ, алма, һыйыр ите, балалар өсөн ит консервалары бар. Бер аҙнала улар 0,1 - 1,8 процентҡа ҡыйбатланған.

Хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек иҫәбендә — помидор, шоколадлы кәнфиттәр, яңы ҡыяр, балалар өсөн йәшелсә консервалары.

Шулай уҡ был исемлеккә сусҡа ите, макарон, ҡара сәй, кишер, башлы һуған, балалар туҡланыуы өсөн емеш-еләк консервалары, ҡаймаҡ, картуф, тауыҡ, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары ингән. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,04-1,2 процентҡа төшкән.

Фото: dela.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: