Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 16:52

Радий Хәбиров ялған хәмергә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, муниципалитеттарға ялған хәмер етештереүселәр һәм һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты.  

Радий Хәбиров  ялған хәмергә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров ялған хәмергә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

«Республикала ялған спиртлы эсемлектәр әйләнешен иҫкәртеү сараларын күреү мөһим. Рөхсәтһеҙ сауҙа иткән урындарҙы тиҙ арала асыҡлап, енәйәт эше ҡуҙғатырға, ошондай һатыу нөктәләрен ябырға кәрәк», — тине Хәбиров.

Бер нисә йыл элек законһыҙ сауҙа итеү һәм суррогат етештереү урындары буйлап рейдтар үткәрелде, был эште яңынан ойоштороу зарур, тип өҫтәне республика етәксеһе.

«Халыҡтың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау мөһим. Яңы йыл байрамдары осоронда был айырыуса көнүҙәк. Шуға күрә махсус контроль булырға тейеш», — тине Хәбиров.

Кәңәшмәлә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев күрше төбәктәрҙә ялған хәмер эскәндән һуң кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтарын иҫкә төшөрҙө.

«Ырымбур өлкәһендә 63 кеше ағыуланған, уларҙың 35-е үлгән. Свердловск өлкәһендә 25 кешенең ғүмере өҙөлгән. Татарстанда 13 кеше, уларҙың 11-е – яҡташтарыбыҙ, метанол менән ағыуланып дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар бер пациентты ҡотҡара алманы», — тине Алексей Гусев.

Уның ведомствоһы мәғлүмәте буйынса, республикала быйыл 15 мең литр самаһы алкоголь законһыҙ әйләнештән тартып алынған. Тикшереү йомғаҡтары буйынса штрафтың дөйөм суммаһы — 9 миллион һумдан ашыу.

«Республикала үткәрелгән контроль һәм иҫкәртеү сараларының һөҙөмтәле булыуы күренә. Иҫерек килеш енәйәт ҡылғандар һаны 2020 йылда — 5,2 процентҡа, ә быйыл 10 айҙа 7,7 процентҡа кәмегән. Уҙған йылда 73 кеше ялған хәмер эсеп вафат булған», — тине Алексей Гусев.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: