Яңылыҡтар
3 Декабря 2021, 07:58

Тәүлек эсендә 34 кеше коронавирустан вафат булған

Башҡортостанда, 2 декабргә мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә 34 кеше коронавирустан донъя ҡуйған. 110 пациент ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратында ята.

Тәүлек эсендә 34 кеше коронавирустан вафат булғанТәүлек эсендә 34 кеше коронавирустан вафат булған
Тәүлек эсендә 34 кеше коронавирустан вафат булған

Вирус йоҡтороуҙың 662 осрағы теркәлгән, сирлеләрҙең дөйөм һаны 107 мең 696-ға еткән. Стационарҙа 514 пациент дауалана, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 329 кеше. Амбулатор дауаланыуҙа 6 963 кеше иҫәпләнә, уларҙың 4992-һе 60 йәштән үткән.

Коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны — 3 617. Уларҙың 3 234-е — 60 йәштән өлкән.

2 декабргә мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония осраҡтары 82-гә артҡан. Пневмония менән сирләгән 85 пациент һауыҡҡан.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала вакцинация темпы тураһында һөйләнеләр. Ведомство белдереүенсә, яҡынса 1,8 миллион кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан (70,7%).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас