Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 14:22

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтелә

Башҡортостанға аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 632 миллион һум йүнәлтелә.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтелә
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә аҡса йүнәлтелә

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр өсөн төбәктәргә йәмғеһе 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Был хаҡтағы бойороҡҡа Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

2021 йылда ошо маҡсатҡа яҡынса 305 миллиард һум йүнәлтелде.

2020 йылда Президент указы менән өс йәштән ете йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәр индерелде. Уларҙы аҙ килемле ғаиләләр ала. Һуңынан дәүләт башлығы адреслы ярҙам күрһәтергә ҡушты. Шуға бәйле 2021 йылда аҡса түләү ҡағиҙәләре камиллаштырылды. Хәҙер иһә ғаиләләге хәлгә ҡарап, уның күләме төбәктә балалар өсөн йәшәү минимумының 50%, 75% һәм 100% етеүе ихтимал.

Пособие юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында, күп функциялы үҙәккә йәки социаль яҡлау органдарына барып ғариза бирергә мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: