Яңылыҡтар
18 Декабря 2021, 11:02

“Омикрон” ҙур тиҙлек менән тарала

Донъяла коронавирустың “омикрон” төрөнөң таралыу тиҙлеге хәүеф уята. Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығына шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Омикрон” ҙур тиҙлек менән тарала“Омикрон” ҙур тиҙлек менән тарала
“Омикрон” ҙур тиҙлек менән тарала

Ул Бөйөк Британияла, Африкала көн һайын өҫтәлеүсе ковид-ауырыуҙарҙың 75 процентында “омикрон” асыҡланыуын, Көньяҡ Африкала ла шундай уҡ хәл күҙәтелеүен билдәләне. “Сирҙең таралыу темпы хәүефкә һала”, – тине Анна Попова.

Бер көн алда ғына Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илебеҙҙә “омикрон”дың 25 пациентта асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Коронавирустың яңы варианты тәү башлап Ботсванала һәм Көньяҡ Африка Республикаһында ноябрь уртаһында табылды. Вирустың был төрөндәге S-аҡһымда тиҫтәләгән үҙгәрештәр бар, ул иң тәүҙә көсһөҙ иммунитетлы, бәлки, ВИЧ йоҡторған кешелә үҫешкәндер, тип фараз ителә.

Фото: tsimla-news.ru

Автор:Эльвира Хамзина