18 декабрҙә Башҡортостанда баш санитар табип Анна Казактың граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына коронавирусҡа ҡаршы мотлаҡ прививка яһау тураһында ҡарары үҙ көсөнә инде. Эш биреүселәр прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә индермәҫкә хоҡуҡлы. Тәү сиратта был түбәндәге хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла:
- медицина,
- белем биреү,
- социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары,
- транспорт һәм транспорт өлкәһе,
- хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре,
- Өфө аэропортында ил сиге аша үткәреү пункттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәр,
- хәрбиҙәр,
- хеҙмәттәр һәм көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе,
- финанс ойошмалары һәм почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре.
11 ноябрҙән был исемлеккә сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә индерелде.
Алдан хәбәр ителгәнсә, предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙең 80% аҙырағы прививка эшләткән осраҡта, юридик берәмектәргә 200- 500 мең һум штраф һалыныуы ихтимал.