«27-28 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында һауа температураһы -3, -7 градус булыуы һәм бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, 29-30 декабрҙә -13,-17 градусҡаса һыуыта, болотло була. Метеорологтар 31 декабрҙә үк Өфөлә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә тип иҫкәртә», — ти белгестәр.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 31 декабрҙә термометр бағанаһы -28 градусҡа тиклем төшә. Ә яңы йыл төнөндә бындай һауа температураһы -37 градус кеүек тойоласаҡ!
«Ғинуар башында Өфөлә көндәр ҡояшлы, аяҙ була. Утыҙ градуслы һыуыҡ күптәрҙе ҡурҡытыуы ла ихтимал, ләкин иң сыҙамлылары һирәк кенә ҡараған ҡышҡы ҡояш менән рәхәтләнергә мөмкин», — тип билдәләне синоптиктар.
«Гисметео» порталы мәғлүмәтенә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә һауа температураһы -19 градустан түбән булмаҫҡа тейеш.