Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 16:59

Күргәҙмәлә – алтын миҙал

15-19 декабрҙә Өфө ВДНХ-Экспо күргәҙмә комплексында Яңы йыл йәрминкәһе үтте.

Күргәҙмәлә – алтын миҙал
Күргәҙмәлә – алтын миҙал

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре күргәҙмәгә тәмле, ә иң мөһиме үҙебеҙҙә етештерелгән фермер продукцияһын килтергән.

Белорет районы эшҡыуарҙары ла үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Гөлгенә Бадалованың (“Бадалов продукттары”) - ит ярымфабрикаттары, Дмитрий Дубровскийҙың (“Дубровскийҙар умарталығынан башҡорт балы”) - бал продукцияһы, Александра Симонованың (“Домашний стандарт”) ит деликатестары юғары баһа алды һәм “Башҡортостандың иң яҡшы продукты” алтын миҙалына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: