Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 10:57

"Яңы йылға тиклем коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй"

Яңы йылға тиклем республикала коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй.

"Яңы йылға тиклем коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй"
"Яңы йылға тиклем коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй"

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың докладынан һуң ошо хаҡта белдерҙе.

Шулай уҡ ул һаулыҡ һаҡлау министрына һәм Роспотребнадзор башлығы Анна Казакка коронавирустың «омикрон» штамы таралыуға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинацияға килгәндә, ағымдағы темп һаҡланһа, республика февраль баштарында уҡ коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшергә мөмкин, тине Радий Хәбиров.

20 декабргә Башҡортостанда 2 133 517 кеше, йәғни халыҡтың 86% вакцинаның беренсе компонентын алған. Ә 1 955 796 кеше — халыҡтың 76% вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Ошо көндәрҙә коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы була, унда чиновниктар район-ҡала округтарында вакцинация динамикаһын өйрәнә, тип билдәләне республика етәксеһе.

Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә коронавирус менән ауырыу уҙған аҙна менән сағыштырғанда 13% кәмегән. 20 декабргә республикала сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 117 783 кеше тәшкил иткән, 490 осраҡ һуңғы тәүлектә асыҡланған.

Ете меңләп кеше коронавирустан дауалана, уларҙың 6 535-е — өйҙә, 269-ы — стационарҙа.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: