Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 14:38

Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтә

Шәхси йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Инйәрҙең янғын часы хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл дауамында төрлө кимәлдәге иҫкәртеү саралары үтә.

Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтә
Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтә

Торлаҡ секторҙа янғындарҙы иҫкәртеү буйынса ла Инйәр, Асы, Йөйәк ауыл хакимиәттәрендә лә ҙур эштәр башҡарылды. Был эшмәкәрлек халыҡ араһында янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү эштәрен, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда үҙеңде тота белеү кеүек аңлатыу эштәрен үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ауыл халҡына күргәҙмә пособиелар таратыу, граждандарҙың айырым категорияларына янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын ҡуйыу ҙа инә.
Яңы йыл байрамдары алдынан Инйәрҙең янғын часы хеҙмәткәрҙәре Инйәр төбәгенең ауыл хакимиәттәре һәм "Ғаилә" Көнсығыш район-ара үҙәге белгестәре менән берлектә Айыс, Арышпар, Ноҡат, Манышты, Ғәбдөк,
Йөйәк ауылдарында йәшәгән имен булмаған, күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләрҙең йорттарында булды.

Ҡотҡарыусылар ҡышҡы йылытыу миҙгелендә һәм Яңы йыл каникулдарында янғын
хәүефһеҙлегенең төп талаптары тураһында һөйләне. Көнкүреш приборҙарын, газ ҡорамалдарын, мейесте файҙаланғанда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү буйынса йорт хужалары менән әңгәмә үткәрелде, каникулдар осоронда балалар хәүефһеҙлеге тураһында ата-әсәләр менән һөйләшеү булды.

Рәил ХИСМӘТУЛЛИН,
Инйәр янғын часы начальнигы

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: