Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 13:32

Республикала көндәр һыуытты

Бөгөн иртән Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында һәм райондарында һауа температураһы 28 градусҡа тиклем төштө.

Республикала көндәр һыуытты
Республикала көндәр һыуытты

Фактик һауа торошо картаһына ярашлы, иң һыуығы — Аксаковта: урындағы метеостанцияла 28 градус теркәлгән.

Башҡортостандың төньяғында — минус 25 (Яңауыл), көнсығышта — минус 22 (Учалы), көньяҡта — минус 20 (Аҡъяр).

Башгидрометта белдереүҙәренсә, был декабрь өсөн хас һауа температураһы.

«Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ошо осорҙа уртаса һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: