Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2021, 15:47

Юлдарҙа – сикләүҙәр

М-7 "Волга" һәм Р-240 юлдарында ла ваҡытлыса сикләү индерелде.

Иртәнге сәғәт 10-дан пассажирҙар автобустарына, маршрут таксиҙарына, еңел таксиҙарға, йөк машиналарына М-7 трассаһының 1194-се илометрынан (Үрге Йәркәй) 1320-сы километрына ҡәҙәр (Иҫке Солтанбай), 1305-сенән (Шәрип ауылы) 1331-сегә (Өфөгә инеү-сығыу юлы) һәм Р-240 Өфөнө көнбайыштан урау юлының 0-се километрынан (Авдон) 28-сегә тиклем (Подымалов) йөрөү туҡтатылып торҙо. 

Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһының ҡайһы бер өлөшөндә лә сикләүҙәр булдырылды. Сәғәт иртәнге 11-ҙән Башҡортостанда был юлдың 27-се километрынан (Булгаков) 113-сөгә тиклем (Рощинский) участкаһында ваҡытлы сикләү ғәмәлгә инде. Саҡ ҡына һуңғараҡ Рощинский эргәһендәге сикләү 280-се километрға, Ҡыҙыл Маяҡҡа тиклем, оҙайтылды. Сикләүҙәрҙең сәбәбе – көслө ел, буран, юлдың күренеү кимәле түбәнәйеү.

"Приуралье" юл ойошмаһы, һауа торошо насарайыу сәбәпле, алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.

Буран эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостанда 105 юл техникаһы йәлеп ителгән.

Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында "Приуралье" юл ойошмаһының тәүлек әйләнәһенә эшләгән дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итергә була: +7(347) 286-07-18.

Фото: "Башинформ".

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: