Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ғинуар , 22:27

Сиргә ял юҡ...

5 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда коронавирус инфекцияһының республика биләмәһендә таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штабтың тәүге ултырышын үткәрҙе.

Сиргә ял юҡ...
Сиргә ял юҡ...

Көн тәртибендә прививка кампанияһы барышы, Яңы йыл байрамдары осоронда вакцина яһатмағандар өсөн сикләү сараларын үтәү, мәғариф системаһының ҡышҡы каникулдарҙан һуң коронавирус пандемияһы шарттарында эшләүгә әҙерлеге мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирусҡа ҡаршы прививка яһауҙың дауам ителеүе хаҡында әйтте. Республикаға бөтәһе 2914858 доза вакцина алынған. 5 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 2197234 кеше прививка эшләткән. 2063250 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был - прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 88,4 һәм 83 проценты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан биләмәһендә 179 вакцинация пункты эшләй. Прививка яһатыу өсөн поликлиника регистратураһы йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша алдан яҙылырға мөмкин.

Оператив штаб ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, 5 ғинуарға республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 122 950 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 235 яңы осраҡ раҫланған. Бөтәһе 113 063 кеше һауыҡҡан, уларҙың 355-е – уҙған тәүлектә. Төбәктә 1715 койка-урын булдырылған. Буш койка фонды 33 процент тәшкил итә.

"Роспотребнадзор"ҙың республикалағы идаралығы етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, Башҡортостанда бөтә йәш төркөмдәре араһында сирләү осраҡтары кәмей. Мәҫәлән, бер аҙнала сирләгәндәр 34 процентҡа, ә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар 26,1 процентҡа кәмегән.

Максим Забелин һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы 2022 йылда эшләргә әҙер. Медицина берләшмәһенең коронавирусҡа, шул иҫәптән яңы “омикрон” штаммы таралыуға бәйле хәл-торошҡа ышаныслы яуап биреү өсөн көсө һәм саралары етерлек.

"Республикала коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡло булыуын билдәләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта әлегә сикләүҙәрҙе алыу өсөн нигеҙ юҡ. Өҫтәүенә Рәсәйҙә “омикрон” штаммы менән зарарланыу осраҡтары асыҡланған. Тимәк, ул иртәме-һуңмы Башҡортостанға киләсәк. Беҙ быға әҙер булырға тейеш".

* * *

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов 17 ғинуарҙа республика мәктәптәренең ҡышҡы каникулдан һуң эш башлауға әҙерлеген белдерҙе. Мәғариф учреждениеларында санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен 2196 медицина инспекторы контролдә тота.

"Роспотребнадзор"ҙың республикалағы идаралығы етәксеһе Анна Казак, уҡыуҙы башлар алдынан аҙыҡ-түлек блоктарын дезинфекциялау һәм дезинфекция сараларын ҡулланып, мәктәп биналарын йыйыштырыу мөһим, тип билдәләне.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына киләһе аҙнала мәктәптәрҙең уҡыуға әҙерлеген тикшерергә, шулай уҡ белем биреү учреждениелары директорҙары менән кәңәшмәләр үткәрергә ҡушты. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “омикрон” штаммы менән зарарланыу хәүефе булған осраҡ өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.

- Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, бала үҙен насар тоя икән, ул өйҙә ҡалырға тейеш икәнен аңлаһын ине, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ мәктәптәрҙә ауырыуҙың таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.

* * *

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, барлыҡ муниципалитеттарҙа ла Яңы йыл саралары ваҡытында санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәү мотлаҡ. Балалар байрамдарын саф һауала ойошторалар. Ябыҡ осраҡта шыршы эргәһендәге традицион әйлән-бәйләнһеҙ спектаклдәр генә ҡуйыла.

Театрҙар һәм мәҙәниәт һарайҙары эшләүен дауам итә. Залдарҙың тулылығы 50-60 процент тәшкил итә. Бөтә кешеләр ҙә тамашаларға QR-кодын күрһәтеп кенә инә.

Республика халҡы төрлө урындарҙа үткән Яңы йыл саралары исемлеге менән “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” сайтында таныша ала.

Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, 31 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге булышлығында уҙғарылған “Терра Ҡыш” фестивале ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда Яңы йыл карнавалы, “Ҡышҡы һабантуй”, Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар парады һәм атлы-саналы байрам ойошторолдо.

- Был ғәҙәти булмаған фестиваль дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ул үҙен күптән танытты, тип уйлайым. Туризмды үҫтереү үҙәгенә республика халҡын һәм башҡа төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән ҡыҙыҡлы сара өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Киләһе йылдан был фестивалде Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла үткәрергә тәҡдим итәм.

* * *

Оператив штаб ултырышында "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак ведомство белгестәренең Башҡортостан предприятиеларында мотлаҡ вакцинация үткәреү тураһында ҡарарҙың үтәлешен тикшереүҙе дауам итеүе хаҡында хәбәр итте. Бер нисә ойошма буйынса протоколдар судҡа ебәрелгән дә инде. Тикшереүҙәрҙең яҡынса йомғаҡтарын Анна Казак 10 ғинуарҙа республика Хөкүмәтендә үтәсәк оператив кәңәшмәлә иғлан итергә ниәтләй.

- Яңы йыл байрамдарында кешеләргә бер аҙ ял итеү мөмкинлеге бирелә. Әммә киләһе аҙнанан предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ вакцинация яһау, дөйөм алғанда, сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында санитар нормаларҙы, сикләүҙәрҙе үтәү тураһында талаптарҙы үтәүен тикшереүҙе көсәйтәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы Туймазыла, Сибайҙа инфекция үҙәктәрен төҙөү темпын тиҙләтергә ҡушты.

- Яңы йыл алдынан Зубов ауылындағы инфекция үҙәгендә булдым. Коллектив берҙәм, бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар. Унда – 16 мең, Стәрлетамаҡта 9 мең сирле дауаланған. Йәғни 25 мең кеше, асылда, Европа шарттарына тиң квалификациялы медицина ярҙамы алды, - тип билдәләне республика етәксеһе. - Темпты кәметмәйбеҙ. Туймазыла һәм Сибайҙа ике яңы госпиталде билдәләнгән ваҡытта төҙөргә тейешбеҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в