Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2022, 13:30

Яңы туҡталыш барлыҡҡа килә

15 ғинуарҙан 6875/6876-сы Өфө — Яңы Абҙаҡ поезы маршрутында яңы туҡталыш барлыҡҡа килә. 

Яңы туҡталыш барлыҡҡа килә
Яңы туҡталыш барлыҡҡа килә

Был — Белореттан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Йөйәк станцияһы. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында хәбәр итеүҙәренсә, туҡталыш халыҡтың һорауы буйынса булдырыла. 2 ғинуарҙан 9-ына тиклем дауам иткән яңы йыл каникулдарында поезд ошо станцияла ла туҡтаны, хәҙер иһә әлеге тәжрибәне дауам итергә хәл ителде.

Башҡортостан властары Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө маршрутын туристарға уңайлы булһын өсөн ойошторғайны. Был поезд менән Өфөнән Урал аръяғындағы тау саңғыһы курортына барып ҡайтырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: