Төҙәтмә вакцинация тураһында сертификат күрһәтергә кәрәкмәгән объекттар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итте. Ҡоролтай медицина ойошмаларын да ошондай объекттар исемлегенә өҫтәргә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.
«Граждандарҙың медицина ярҙамына хоҡуғы Конституция менән гарантиялана. Пациентҡа прививка яһатмаған өсөн планға ярашлы, шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтеүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
QR-кодтар тураһында закон проекты яңы коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Документта күмәк халыҡ ҡатнашҡан саралар уҙғарыу урындарына, мәҙәниәт, дөйөм туҡланыу, ваҡлап сауҙа итеү ойошмаларына яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация, сирҙе үткәреү тураһында документ, шулай уҡ шәхесте раҫлаған документ менән индерергә тәҡдим ителә.
Раҫланған документтарҙы күрһәтмәйенсә дарыуханаларға, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ әйберҙәр һатылған магазиндарға барырға мөмкин.
Дөйөм алғанда, төбәк депутаттары иҫәпләүенсә, закон проекты концепцияһы дөрөҫ. «Беҙ коронавирустың бишенсе тулҡынын көтәбеҙ, – тине Константин Толкачев. – Былтыр ошо инфекция илебеҙҙә үлем осраҡтарының артыуына килтерҙе. Төп сәбәп – прививка яһатҡан халыҡтың проценты аҙ, тип иҫәпләй эксперттар. QR -кодтарҙы тикшереү бер юлы ике мәсьәләне хәл итергә ярҙам итергә тейеш. Беренсенән, вирусты потенциаль таратыусыларҙың халыҡ күп йыйылған урындарға үтеп инеүен сикләй һәм ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймай, икенсенән, граждандарыбыҙға прививка яһатыуҙың мөһим булыуын күрһәтә. Был инде ваҡытлы, әммә кәрәкле сара».
Фото: si74.ru