Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2022, 14:58

Р-240 трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Башҡортостанда Р-240 автомобиль юлы участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Р-240 трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде
Р-240 трассаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 2-се 30 минуттан Булгаков ауылынан Рощинскийға хәтлем пассажир автобустары, маршрут, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн сикләү ғәмәлгә индерелде.

Был һауа торошоноң боҙолоуы (көслө ел, һепертмә буран, ныҡ итеп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе) менән бәйле.

Хәрәкәтте сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем ғәмәлдә була.

Әлеге ваҡытта юл хеҙмәттәре белгестәре алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирә.

Был участкала 18 берәмек юл техникаһы эшләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: