Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2022, 21:22

“Омикрон”ды йоҡтороу осраҡтары арта

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “омикрон” штамының тағы ла өс кешелә табылыуын раҫланы. 

“Омикрон”ды йоҡтороу осраҡтары арта
“Омикрон”ды йоҡтороу осраҡтары арта

Бөтәһе лә Өфөлә йәшәй, һуңғы ай эсендә илдән ситкә сыҡмағандар, тимәк, сирҙе республикала йоҡторғандар. Улар менән бәйләнештә булған кешеләр, шулай уҡ ғаилә ағзалары, изоляцияла. Барыһына ла коронавирусҡа тест үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “дошман” бик хәйләкәр, тиҙ тарала, үтә ныҡ йоғошло, инкубация осоро бәләкәй – ни бары ике-биш көн. Яңы штамдың йәһәтерәк таралыу һәләтен иҫәпкә алғанда, ауырыу менән бәйләнешкә ингәндән һуң иртәгәһенә үк сирҙең тәүге билдәләре күренә башлауы ихтимал. Бөтәгеҙҙе лә вакцина яһатырға  саҡырабыҙ.

Коронавирустың яңы штамы “омикрон” элекке “дельта”нан нимәһе менән айырыла? “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, сирҙең яңы штамын йоҡторғандар  айырыуса хәлһеҙлектән, баш ауыртыуынан ныҡ яфалана. Ә еҫ-тәм һиҙеүҙе юғалтыу һирәгерәк осрай.

Яңы штамм билдәләре миҙгелгә хас киҫкен респиратор вируслы сирҙәргә хас: температура күтәрелә, мускулдар ауыртына, тымау йонсота, тамаҡ ҡыжмырҙай, сөскөртә һәм йүтәлләтә. Эксперттар билдәләүенсә, “омикрон” “дельта”ға ҡарағанда 4,2 тапҡырға тиҙерәк тарала,  халыҡ йыйылған ябыҡ биналарҙа сирҙе йоҡтороу ихтималлығы бермә-бер арта.

Әлегә  донъяла сирҙең ауыр эҙемтәләренән һаҡлаусы бер генә сара бар – вакцина яһатыу. Табиптар әйтеүенсә, “омикрон” цунами кеүек тормошобоҙҙо баҫып алмаһын өсөн һаҡланыу сараларын йәһәтерәк күрергә кәрәк.

Фото: moe-online.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: