Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2022, 17:14

"Ҡиммәтле ваҡытты үткәрмәгеҙ"

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәүсе 66 йәшлек Әлфиә Дәүләтова һаулығына бер ҡасан да зарланмай, сәләмәт тормош рәүеше алып бара. 

"Ҡиммәтле ваҡытты үткәрмәгеҙ"
"Ҡиммәтле ваҡытты үткәрмәгеҙ"

 Әүҙем, ауылда ойошторолған һәр сара уртаһында ҡайнап йәшәгән ханым 45 йыл китапханасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

2020 йылдың көҙөндә Әлфиә Айса ҡыҙы ҡапыл үҙен насар һиҙә. “Ул йылды октябрь айы йылы, көләс булды, ысын мәғәнәһендә алтын көҙ ине. Бер көндө әллә нисек хәлем бөтөп, үҙемде насар һиҙҙем. Эргәләге йылғала балаҫ юҡ-бар йыуып йөрөгәйнем, әллә һыуыҡ үткәрҙем инде тип уйлап ҡуйҙым да артыҡ иғтибар итмәнем. Шунан арҡам ныҡ итеп ауырта башланы, ятҡы килеп кенә торҙо. Тән температураһын үлсәнем, 37-не күрһәтә ине, аҙаҡ төштө.

Ҡыҙым медицина туташы булып эшләй, ҡаланан килеп система ҡуйып китте, дарыуҙар ҡалдырҙы. Арҡам ауыртыуы бөтмәгәс, ауылда йәшәүсе бер туған һеңлем Байрамбикә тоҙ һалды, әммә хәлем яҡшырманы.

Ҡыҙым ҡалаға үҙҙәренә алып ҡайтты, фатирҙары 4-се ҡатта урынлашҡан, тыным ҡыҫылып саҡ менеп еттем. Шунан “Ашығыс ярҙам” саҡырттыҡ. Флюорография уң яҡ үпкәмдең 10 проценты зарарланыуын күрһәткән. Ул ваҡытта дауахананың йоғошло ауырыуҙар бүлеге ауырыуҙар менән тулы ине.

Госпиталь астылар, мине беренсе ҡатҡа урынлаштырҙылар. Арҡамдың ауыртыуы көсәйгәндән-көсәйҙе, тын алыуы ауырлашты. Компьютер томографияһы инфекцияның үпкәмдең икенсе яғына ла күскәнен күрһәтте.

Табиптар үҙ бурыстарына етди ҡарап, эштәрен намыҫ менән башҡарҙылар. Баш табип Гөлнара Абдуллина менән дауалаусы табип Эрнест Вәлиуллинға рәхмәтем сикһеҙ. Медицина туташтары ла эргәбеҙҙә  йүгереп йөрөнөләр. Ул ваҡытта үҙемде томан эсендә кеүек тойҙом, шуға күрә аҡ халатлы фәрештәләрҙең исем-шәрифтәре лә иҫтә ҡалмаған.

Миңә көн һайын система ҡуйҙылар, тын алыуы ауырлашҡас, төрлө дарыуҙар, уколдар менән дауаланылар. Ауыр хәлдә булғандарҙы өҫкө ҡатта дауалайҙар ине, палатала ятҡан бер ҡатындың ире вафат булыуын ишетеү күңелгә шом һалып ебәрҙе. Әммә кәйефемде төшөрмәҫкә тырыштым.

Бишенсе көнөнә Байрамбикә һеңлем дә госпиталгә эләкте. Уның сатурацияһы түбән булғас, кислородҡа тоташтырҙылар.

Алтынсы көнөнә хәлем арыулана башланы. Госпиталдә 11 көн дауаланғас, өйгә ҡайтарҙылар”, - тип “ҡара” көндәрҙе иҫенә төшөрҙө әңгәмәсем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһын үткәреүселәр уның эҙемтәһенең организм өсөн бик насар булыуын, төрлө өҙлөгөүҙәргә килтереүен билдәләй. “Коронавирус организмдың ҡайһы ере сибек, шул ергә йоғонто яһай, тиҙәр. Минең умыртҡа һөйәгемдә бүҫерем бар ине, шунда тәьҫир иткән. Арҡам һыҙлауы әле лә яфалай. Дауахананан ҡайтҡан көндәре тирләп яфаландым, эске кейемдәрҙе көнөнә 4-5 тапҡыр алмаштыра инем. Бынан тыш, шәкәр кимәле күтәрелде, йөрәк тә йыш ҡына үҙен белдертеп ҡуя. Физик көс талап иткән эштәрҙе лә башҡарып булмай”, - тип  борсолоуын белдерҙе Әлфиә Айса ҡыҙы.

Көслө рухлы, "тажлы" зәхмәткә бирешмәгән ханым һаулығын нығытыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша: ныҡ көсөргәнеш талап итмәгән физик күнекмәләр башҡара, скандинав таяҡтарында көн һайын 3-4 километр ара үтә, саф һауала йыш булырға тырыша, файҙалы үләндәр эсә.

“Иң яҡшыһы, әлбиттә, сирләмәү. Мин ауырығанда вакцина юҡ ине әле. Ни тиклем һаҡланһам да, яуыз зәхмәт әллә ҡайҙан килеп эләкте. Аллаға шөкөр, еңеп сығып барам. Күптән түгел вакцина яһаттым. Беҙҙең ауылда бөтәһе лә тиерлек прививка эшләтте инде, бында ауылыбыҙҙың фельдшеры Әлфиә  Ғәлинаның тырышлығы ҙур. Әммә, таныштарым араһында вакцина ҡаҙатмағандар ҙа бар әле. “Был бәлә мине урап үтер, миңә теймәҫ”, тип уйлап яңылышмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡайғыртығыҙ, мотлаҡ вакцина эшләтегеҙ”, - тигән теләктәрен белдерҙе Әлфиә Дәүләтова.

Римма Солтанова.

Резеда Абдуллина фотоһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: