Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2022, 19:03

Бер аҙнала донъяла COVID-19 йоҡтороу осраҡтары 20 процентҡа артҡан

Уҙған аҙнала (10-16 ғинуарҙа) донъяла коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары 20% артҡан, тип хәбәр итте «Интерфакс» Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының аҙналыҡ отчетына һылтанма менән.

Бер аҙнала донъяла COVID-19 йоҡтороу осраҡтары 20 процентҡа артҡан
Бер аҙнала донъяла COVID-19 йоҡтороу осраҡтары 20 процентҡа артҡан

Уҙған аҙнала коронавирустан вафат булғандар һаны унан алдағыһы менән сағыштырғанда үҙгәрмәгән.

Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала донъяла COVID-19 йоҡтороуҙың 18 миллион яңы осрағы һәм  коронавирус менән ауырығандар араһында 45 мең үлем теркәлгән. Хәҙерге ваҡытта ауырыуҙың кәмеүе күҙәтелгән берҙән-бер төбәк — Африка.

Башҡортостандың оперштабы мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 18 ғинуарҙа 253 сир осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 125 813 кешелә коронавирус табылған, 117 меңгә яҡыны һауыҡҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Әле инфекция менән көрәшеүселәр һаны йәнә 5 меңдән ашҡан. Уларҙың 139-ы стационарҙа дауалана, 45-е ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә алты кеше вафат булған, бөтәһе 4590 пациент яҡты донъя менән хушлашҡан. Еңелсә ауырыған 4983 кеше өйҙә дауалана.

Башҡортостанда 23 кешелә ковидтың яңы, йоғошлораҡ «омикрон» штамы раҫланған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: