Яңылыҡтар
20 Января 2022, 06:44

Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенә ғариза менән банк картаһынан 16 мең һум аҡсаһын урлатҡан ир кеше мөрәжәғә итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡанАҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Тикшеренеү барышында тәртип һаҡсылары 42 йәшлек Уҫманғәле кешеһен шик аҫтына ала.
Билдәле булыуынса, енәйәт ҡылыусы үҙ өйөндә “байрам” ойоштороп, спиртлы эсемлектәр эскән. Аҡсаһы һәм алкоголь бөткәс, бурысҡа аҡса һорап танышына мөрәжәғәт иткән. Иптәшенең ышанысын үҙ мәнфәғәтендә ҡулланып, уның мобиль телефонынан үҙ иҫәбенә 16 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, әммә был турала уға әйтмәй.
Әлеге факт буйынса Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Лилиә ҒАРИПОВА,
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең тәфтишсеһе, юстиция капитаны.

Фото: orenburzhie.ru

Автор: