-11 °С
Болотло
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
«24 мәктәптә 36 класс өйҙән уҡыуға күсерелде, — тип билдәләне ведомство вәкиле. — Сирлеләрҙең күбеһе Өфөлә. Роспотребнадзор менән эшләйбеҙ һәм балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ. Балалар баҡсаларына килгәндә, хәл тыныс».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика халҡына үҫмерҙәрҙе вакцинациялау тураһында аңлатырға кәрәк.
«Тәүҙе аҙнаны эш режимында үткәрҙек. Аратабан да шулай дауам итербеҙ», — тине республика етәксеһе.
Фото: lexinform.com.ua